Бабье лето в Башкирии будет нестандартным
Все новости
Спорт
22 Июля , 20:33

"Һәр баланың уңышы" иғтибар үҙәгендә

Әбйәлил районында милли проект буйынса мәктәп спорт залдары төҙөкләндерелә.

"Һәр баланың уңышы" иғтибар үҙәгендә
"Һәр баланың уңышы" иғтибар үҙәгендә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә районда ете мәктәптең спорт залдары ремонтланды. Уҡытыу-тикшеренеү, ғилми-ғәмәли эшмәкәрлекте ойоштороу, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны яңыртыуға аҡса федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан бүленде.

Мәҫәлән, 2019 йылда - Рауил ауылы урта белем биреү мәктәбенең спорт залы капиталь ремонтланды (1,5 миллион һум);

2020 йылда - Хәмит ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залы (1,5 миллион һум);

2021 йылда - Гусев ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залы (1,5 миллион һум);

2022 йыл - Таштимер ауылында спорт залы (1,2 миллион һум);

2023 йыл - Ҡаҙмаш ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе спорт залы;

2024 йыл - Дәүләт ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залы;

2024 йыл - Салауат ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залы капиталь ремонтланды.

Спорт объекттарын төҙөү, ремонтлау Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булды. Республика етәксеһе бер нисә тапҡыр спорттың кешеләрҙә тик иң яҡшы сифаттарҙы ғына формалаштырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Спорт беҙҙе иң яҡшы сифаттарға тәрбиәләй, көслө, ныҡышмалы, дисциплиналы итә. Һәм, әлбиттә, һау-сәләмәт. Шуға күрә беҙҙең иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе - спорт менән шөғөлләнеүҙе, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, халыҡҡа еткерә алыу, ти Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров быйыл февраль айында Физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышында республика спорт инфраструктураһына ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләгәйне. 

- Беҙ инфраструктураға ҙур инвестициялар яһайбыҙ - яңы спорт ҡоролмалары һәм объекттары төҙөйбеҙ. Уларҙың һөҙөмтәле эшләүе тураһында уйлау мөһим. Һәм һәр бала үҙе ҡыҙыҡһынған дисциплина менән шөғөлләнә ала, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Был беҙ хәл итергә тейешле әһәмиәтле мәсьәлә.

Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһе 2030 йылға тиклем Башҡортостанды үҫтереү стратегияһы сиктәрендә муниципалитеттарҙа спорт объекттарын модернизациялау буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.

- Республика райондарында спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим. Тап шунда беҙҙең бөйөк спортсыларыбыҙ тыуа, - тине Радий Хәбиров.

Был һүҙҙәрҙе урындағы йәш спортсылар ҙа үҙҙәренең уңыштары менән туҡтауһыҙ раҫлай!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-07-20/r-balany-u-yshy-i-tibar-gend-3856663 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: