Өфө ҡалаһында йәшәгән тел белгесе, ғалимә Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә яҙмаһы менән уртаҡлашты.
“Өфөләге бөрйәндәр Таңсулпан Рәсүлдең тырышлығы менән ифтар үткәреп ташланы, әлхәмдүлилләһ. Ҡыпсаҡтан класташым - һәүәҫкәр йырсы Гөлгөнә Абдуллина-Рыҫҡолова менән иң өлкәндәр булараҡ ҡатнаштыҡ.
Әйткәндәй, элек беҙҙең өләсәйҙәр ураҙа тотҡан саҡта ауыҙ асырға йөрөй торғайны. Хәҙер барыһы ла ифтарға күсте лә киттесе. Хатта сәхәрҙе лә “сухур” тигәндәр бар. Әлбиттә, Ҡөрьән-Кәрим ғәрәп телендә булғас, ғәрәп һүҙҙәренең күпләп ҡулланылыуы – тәбиғи хәл. Шулай ҙа был тәңгәлдә ҡайһы бер үҙебеҙҙең һүҙҙәрҙе лә ҡалдырырға кәрәктер инде ул, эйе бит, ағай-эне, йәмәғәт? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?” – тип яҙа Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы.
Ысынлап та, һуңғы ваҡытта йәштәр араһында дини төшөнсәләрҙе ғәрәпсәгә тартым итеп һөйләргә тырышыусылар күбәйҙе. Борон-борондан билдәле “мәһәр” һүҙен дә (Ислам ҡанундарына ярашлы никахлашҡанда кейәү кәләшенә бирә торған мал, аҡса) “махр” тип һөйләп аптыраталар. Һеҙ был күренешкә нисек ҡарайһығыҙ, йәмәғәт?
Фото: Ғәҙилә Бүләкованан
https://bashgazet.ru/articles/iman/2025-03-26/auy-asyumy-ll-iftarmy-4172326