Общество
12 Января 2024, 09:49

Ауыл биләмәһе башлығы кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Яңы йыл каникулдарында Әбйәлил районында дүрт янғын сыҡҡан. Уларҙың береһе Дәүләт ауылы биләмәһенең Селивановка ауылында булған.

Ауыл биләмәһе башлығы кешенең ғүмерен ҡотҡарғанАуыл биләмәһе башлығы кешенең ғүмерен ҡотҡарған
Ауыл биләмәһе башлығы кешенең ғүмерен ҡотҡарған

Ашығыс хеҙмәттәргә Үҙәк урамындағы йорттоң янып китеүе тураһында хәбәр килә. Янғын тураһында искәртеүсе ҡоролма (пожарный извещатель) ярзамында өйҙә булғандарҙың барыһы ла - оло йәштәге ҡатын һәм уның ейәне - уяна һәм бинанан сыға ала.

Бынан һуң йорт хужабикәһе документтар алырға инә, ә кире сыға алмай. Дәүләт ауылы биләмәһе башлығы Фәнгиз Мостафа улы Искәнйәров уға ярзамға килә һәм уттан сығара.

Көслө янғын барлыҡҡа килгән бүлмәгә инмәгеҙ. Документтар һәм ҡиммәтле әйберҙәр алырға тырышыу һеҙҙең ғүмерегеҙҙе өҙөүе мөмкин икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Әгәр янғын сыҡһа, шунда уҡ 112, 01 номерҙарына шылтыратығыҙ.

Фото: Дәүләт ауыл советы биләмәһе хакимиәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас