Общество
24 Мая 2023, 06:35

Сөбөханаллаһ, машаллаһ

Бер ни белмәй йоҡлап ятҡан Нәзирәне нимәлер һиҫкәндереп уятты. Шундай мәлдәр булғылай ул уның менән. Йоҡоһо күҙенә нисек кенә төйөлһә лә, күңеленең һиҙгерлеге еңде. Нимә булырға мөмкин, тип уйланып, әкрен генә тороп ултырҙы. Тәҙрәнән төшкән айҙың яҡтылығында ут ҡабыҙмаһаң да була.

Тышта ҡышҡы селлә. Уятмаҫҡа тырышып, әкрен генә иренең, балаларының юрғандарын йүнәтеп япты. Аш бүлмәһенә сығып, сәғәткә күҙ һалды. Яңы бишенсе киткән. Бөгөн ял бит әле, йоҡолары туйғансы йоҡлаһындар әйҙә, тип уйлап алды ул балалары, ире тураһында. Кәртә яғына күҙ һалайым,тип кейенеп тышҡа сыҡты. Тәүҙә солан тәҙрәһенән кәртә яғын күҙәтеп алды. Бер шик тә һиҙелмәгәс, ҡапҡаһының уртаһына барып етте лә, һис йәлләмәй нурын һипкән айға әйләнеп ҡараны. Ай туп-тулы. Ерҙең өҫтөнә төшөп килерҙәй яҡын тойолдо ул Нәзирәгә. Айҙың йөҙөндәге бихисап таптар ҙа асыҡ ҡына күренә. Ул иғтибар менән баласаҡтан ишетеп белгән айҙағы көйәнтәле ҡыҙҙы эҙләне. Көйәнтәле ҡыҙға ныҡ оҡшап етмәһә лә, шуға оҡшаш һынды тапты. Тапты ла:

— Ә-ә, бына һин ниндәй икән? — тип йылмайҙы. Өләсәһенең,  айҙан да, ҡояштан да һорағыҙ бәхетте, тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Эстән генә барыһына ла бәхет һораны.
Шул саҡ Нәзирәнең ҡолағына кәртә яғынан ниндәйҙер тауыш ишетелде, әммә ул нимә икәнен аңлап еткермәне. Шунлыҡтан кәртәһе яғына боролоп, тын ғына күҙәтеүен дауам итте. Теге тауыш тағы ҡабатланды. Был юлы бәрәс тауышы икәнлегенә шиге ҡалмағас, ашығып кәртәгә инеп китте. Утты ҡабыҙҙы. Һарыҡтары торған яҡҡа үтте. Нәзирә оло ҡара һарығының бәрәсләп ятҡанын күреп ҡалды.

— Машаллаһ! Әл дә генә уятты, рәхмәт төшкөрө. Бынау сатнама һыуыҡта туңып ҡына ҡуйыр ине. Хәҙер, бәпестәрем, хәҙер! — тип, йүгереп өйөнә ҡайтып керҙе. Шым ғына ире Рәсимде уятты. Үҙе ныҡсараҡ кейенеп алды, әтеү ни һыуыҡтың теле аяҡтарын ярайһы уҡ ялап та өлгөргән.
Рәсим үҙе менән фонарик та алды. Кәртәнең һарыҡтар торған бүлемен асып керҙеләр. Оло һарыҡ бер мөйөштә, яңы тыуған бәрәсен ялай-ялай, нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдереп, мыҡырлай. Башҡалары, хужалары ингәс, ояның икенсе мөйөшөнә һырыҡты.

— Бәрәстәр ояһын йылытып өлгөрмәнек, унда һыуыҡ булыр, өйгә алып инәбеҙме әллә? — тине ире.

— Өйгә алып инәйек шул, бызылдашып балаларҙы уятһа, уятыр инде, әммә хәл юҡ, — тип ризалашты Нәзирә, —бигерәк һыуыҡ бит, — тип тә өҫтәне.

— Ошонда бәрәсен туйғансы имеҙәйек. Туйҙы ниһә, индергәс тә өйҙөң утын һүндерһәк, ятырҙар ул тыныс ҡына, — тип кәңәш итте ире.
Бәрәсте әсәһе янына килтереп имеҙергә булдылар. Уларҙан өркөп ояның икенсе мөйөшөнә һырыҡҡан һарыҡтар тулашып китте. Оло һарыҡ сыҙаманы, шул яҡҡа ҡарап ризаһыҙлығын белдереп, был юлы ҡаты гына баҡырып ебәрҙе, бер-ике аҙым яһап ҡуйҙы ла, кире бәрәсенә әйләнеп, уныһын иркәләп-иркәләп ялауын дауам итте.

— Бәрәсен ҡыҙғана, — тип ир менән ҡатын бер-береһенә ҡарап йылмайҙы. Тик уларҙың йылмайыуы оҙаҡҡа һуҙылманы. Ояның теге осонан хәлһеҙ генә сыйылдаған тауыш хужаларҙы  аптырап ҡалырға мәжбүр итте.

— Игеҙәк бәрәсләне микән?—тип һораны ире.

— Ул саҡта, ниңә икеһе бергә түгел? — тип Нәзирә һорауға һорау менән яуап бирҙе.

Ире оло һарыҡ янында ҡалды, Нәзирә һаҡ ҡына тауыш сыҡҡан яҡҡа китте. Һарыҡ өйкөмө уртаға ярылды. Уртала беленер-беленмәҫ кенә башын сайҡап, тағы бер бәрәстең хәлһеҙ генә ятыуы күренде. Нәзирә тиҙ генә күтәреп алды.

— Был бәрәсен бөтөнләй яламаған инде әллә, тәс лайла. Аяҡтары хатта боҙлана башлаған. Ал ул бәрәсен дә, йүгерҙек өйгә, —тип икеһе ике бәрәсте күтәреп өйгә ашыҡтылар. Улар артынан бер тотам ҡалмай, оло һарыҡ та йүгерҙе. Нәзирә туңа башлаған бәрәсте тиҙ генә  йылы сепрәктәр алып һөртөп киптерергә тырышты. Бер аҙ лайлаһы кәмегәс, сеүәтәгә араҡы һалып йылытып алды ла бәрәстең аяҡтарын ыуҙы. Йылы ҡоро сепрәккә төрөп йомарлап ҡына күкрәгенә ҡыҫты. Рәсим бер ҡосаҡ бесән алып кереп, мейес артында бәрәстәргә урын әҙерләне.

Ул арала апаруҡ тәрбиә күреп өлгөргән бәрәс күҙгә күренеп теремекләнеп китте.

— Ҡара әле, быныһы бигерәк бәләкәс кенә, — тип, үҙе бала тапҡандай ҡыуанып, Нәзирә сепрәкте асып иренә күрһәтте. Икеһенең дә йөҙөнән йылмайыу ҡайтманы. Ире ике бәрәсте сағыштырып ҡараны ла, эйе, тигәнде аңлатып, баш ҡаҡты.

— Терелгәндәйме былай? — тип һораны.

— Терелгәндә-әй, — тине Нәзирә бик ҡәнәғәт кенә.

— Әсәһенә бир, ялаһын, тиҙерәк терелер. Ана бит быныһын ҡалай ярата.

Нәзирә һүҙһеҙ генә ризалашты. Ике бәрәсте йәнәш һалды. Оло һарыҡ бәләкәй бәрәсте еҫкәп ҡараны ла мороно менән төртөп ебәрҙе. Бәрәстең һаман ятыуын күреп асыуы ҡабарҙы, буғай, артҡа сигенеп тороп тағы ташланды. Әл дә Рәсим бәрәсте ҡулына алып өлгөрҙө.

— Был оло һарыҡтың бәрәсе түгел, — тине ире Нәзирәгә.

Ир менән ҡатын тағы бер-береһенә ҡарап аптырап ҡалдылар.

— Шулайҙыр ул. Оло һарыҡтың тоҡомонда юҡ игеҙәк бәрәсләү, — тип үҙ дәлилен өҫтәне хужабикә.

— Әйҙә, сығып һарыҡтарҙы яңынан ҡарап сығайыҡ әле, —тигәс ире, Нәзирә бәләкәс бәрәсте алып кире сепрәгенә төрҙө. Оло һарыҡтың янында ҡалдырырға ҡыҙғанды. Бер мөйөшкә ултырғысты йығып һалды ла, тояҡтары араһына бәрәсте йәшереп, яңынан кәртәгә юлландылар.

Кәртәгә кереп һарыҡтарҙы ҡарап сыҡҡас, әлеге оло һарыҡтың былтырғы бәрәсе, йәғни, бәрән һарыҡ бәрәсләгәне асыҡланды.

— Мин был һарыҡты быйыл бәрәсләр, тип уйламаным да. Ҡара әле, әсәһе менән бер көндә бәрәсләп торалар, —тип Нәзирә аптыраны ла, шул уҡ ваҡытта ҡыуанды ла.

— Өйгә алып инәбеҙме быныһын да?

— Әйҙә, алып инәбеҙ инде. Бәрәсен имеҙһен, ялаһын.

Бәрән, оло һарыҡ һымаҡ түгел инде, тоттормай ҡырағайланып үрле-ҡырлы һикерҙе. Хужалар икеһе ике яғынан тотоп өйгә алып инделәр.

— Балаларҙы уятырҙар инде, — тип хафаланды ҡатын кеше.

— Уятырҙар инде,— тип килеште ир кеше. Рәсимдең ауыҙы ҡолағына еткән ине. — Нимә, һине уятҡандары булманымы ни? Элек әсәйҙәр өйҙә тота ине әле һәндрә аҫтында, бәрәстәрҙе лә, быҙауҙарҙы ла... Яҙ еткәнсе...

— Эйе шул,— тип килеште Нәзирә ире менән.

Олоһо оло булып аҡылһыҙланһа ла, кесеһе ҡытығы килеп тулап маташһа ла, бәрәстәре туйғансы, елендәрендә һөттәре бөткәнсе имеҙҙе хужалар. Үҙҙәренең йөҙөнән йылмайыу китмәне. Рәсим һарыҡтарын ҡосаҡлап, әллә ниндәй наҙлы матур һүҙҙәр менән тынысландырһа, Нәзирә бәрәстәрҙең ауыҙына әсәләренең имсәген тығып, уларҙың һөт һурыуын үтенде.

— Йә инде, бәләкәс! Ана шулай, ана шулай... Әйҙә, йомороҡас! Бигерәк шәпһең дә инде.

— Исемдәрен дә табып бөттөң әллә? — тип көлдө Рәсим.

— Малдың исеме үҙе менән бергә тыуа, ти торғайны олатайым, — тине Нәзирә.

Ике бәрәсте лә тәрбиәләп, туйҙырып һалғансы сәғәт һигеҙ тулғанын хужалар һиҙмәй ҙә ҡалды. Һарыҡтарына берәр генә сеүәтә таҙа һолонан бирҙеләр, һыу эсерҙеләр. Рәсим кире кәртәгә малға сыҡһа, Нәзирә иртәнге сәйгә ҡоймаҡ ҡойорға тотондо. Бәрәстәр ҙә, һарыҡтар ҙа тынысланып яттылар.

Иртәнге сәйҙән һуң арыуыҡ ваҡыт үткәс кенә, Нәзирә малайҙарының телевизорҙы ҡабыҙыуҙарын, үҙ-ара һөйләшеүҙәрен ишетте. Улдарының бүлмәһенә үтте лә:

— Торҙоғоҙмо? Нисек йоҡланығыҙ? Төштәр күрҙегеҙме? —тип, һорауҙарын бирә-бирә, уларҙың арҡаларынан дөпөлдәтеп һөйҙө. Улары юрғандарын баштары аша ябынып боҫоп маташты,нимәнәндер ҡыҙыҡ табып бер туҡтауһыҙ сырҡылдаштылар. Был тауышҡа мейес артында ятҡан бәрәстәрҙең береһе уяндымы, ярайһы уҡ көслө генә итеп баҡырып ебәрҙе. Ике малайҙың да баштары юрған аҫтынан йәлп итеп килеп сыҡты. Икеһенең дә күҙҙәре тупайып әсәләренә ҡараны. Нәзирә серле генә йылмайып, улдарының артабан ни эшләүҙәрен тыныс ҡына күҙәтте. Бәләкәсе, Айҙар сыҙаманы:

— Нимә ул, әсәй? — тип һораны.

— Әллә-ә-ә, — тип тағы ла серлерәк һуҙҙы Нәзирә.

Малайҙар үҙ-ара, тауыштың ҡайҙан сыҡҡанлығы, кемдең тауышы булыры тураһында ҡыҙыҡ ҡына бәхәсләшеп алдылар.

—Әйҙә-әйҙә, тороғоҙ, кейенегеҙ, сәй эсәбеҙ хәҙер. Сюрприз менән! — тип тә өҫтәне Нәзирә. Үҙе кухня яғына сыҡты, сәйен яңыртты. Шул мәл теге бәрәс баяғынан да көслөрәк безелдәп ебәрҙе. Ике малай уҡ кеүек ситке өйгә атылып килеп сыҡтылар. Уларҙан тертләп ике һарыҡ тып итеп килеп торҙо, улар артынан оло һарыҡтың бәрәсе тертләп торҙо, бәләкәс бәрәс ятҡан еренән тәзелдәргә кереште. Мейес арты менән ишек алдында көтмәгәндә ғауға тыуҙы.

Һоҡланыуҙарын, ҡыуаныстарын тыя алмаған малайҙар:

— Ии-и-и-и-ииии, әсәй, ҡара әле!!! Һарыҡтарҙың бәпестәре!!! — тип ҡысҡырып ебәрҙеләр. Айҙар ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп, эйелеп-эйелеп тыпырлап бейеп тә китте хатта .

Нәзирә аш бүлмәһенән сығып өлгөрә алмай ята, малайҙар һарыҡтарҙы уратып тегеләй-былай ни эшләрҙәрен белмәй ҡыланалар.

— Сеү, сеүегеҙ!!! Улай ныҡ итеп һоҡланырға ярамай малға, күҙ тейеүе бар. Шымығыҙ, ана, әсәләре бәрәстәрен ҡыҙғана бит. Төкөп һалып ҡуйыуҙары ла бар, — тип малайҙарын орошоп алды ла, Нәзирә тауышын йомшартып, —сөбөханаллаһ машаллаһ, тип әйтеп ҡарарға кәрәк яңы тыуған малды, — тип өҫтәне, малайҙарын ҡосаҡлап.

— Нисек-нисек, әсәй?

— Сөбөханаллаһ машаллаһ.

Икеһе лә бер туҡтауһыҙ сөбөханаллаһ машаллаһ, тип һоҡланыуҙарын дауам итте. Үҙҙәренең ирке булһа, бәрәстәрҙе тотоп алырҙар ине, һарыҡтарҙан шөрләйҙәр. Айҙарҙың түп-түңәрәк күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре лә йылтырап китте. Нәзирәнең үҙенә лә шундай ҡыҙыҡ булып китте. Улдарының ул тиклем хисле күңелле икәнен күргәне юҡ ине әле. Был уның өсөн бәхеттең етенсе ҡаты кеүек тойолдо. Ике улын ике ҡултығына ҡыҫтырып аш бүлмәһенә алып сығарып ултырғыстарға ултыртты.

— Әйҙә, иртәнге сәй көтә һеҙҙе. Бәрәстәр әллә ҡасан инде иртәнге сәйҙәрен эсте, ә һеҙ һаман йоҡлап яттығыҙ.
Сәй эскәнсе улдары бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һорауҙарын яуҙырҙы. Яуап биреп кенә өлгөр инде. Һарыҡтарҙың бәрәсләгәне тураһында әсәләренән түкмәй-сәсмәй һөйләтеп алдылар.

Шул көнгә аҙна самаһы үткәндер, бәрәстәрҙе лә мал өйөн йылытып шунда сығарҙылар. Малайҙар ҙа бәрәстәргә өйрәнде. Тотоп та ҡаранылар, һөйөп-һыйпап яраттылар. Һарыҡтарҙан да ҡурҡмай башланылар.

Шулай бер көн Нәзирә аш бүлмәһендә йөрөгәндә, әлеге бәләкәй улы Айҙарҙың:

— Әсәй, кил әле, кил! Тиҙ генә! Сөбөханаллаһ машаллаһ, сөбөханаллаһ машаллаһ! Әсәй, тиҙ генә кил!!! — тип ҡысҡырғанға, йүгереп телевизор ҡарап ултырған улы янына сыға.

— Әсәй, ҡара әле, ҡара әле!!! — тип Айҙар сабырһыҙланып телевизор яғына төртөп күрһәтә. Телевизорҙан “Хайуандар донъяһы” тигән тапшырыу бара. Унда Дроздов Австралиялағы хайуандар тураһында һөйләй. Кимереүселәр отряденән ниндәйҙер бер ҡыр сысҡандарын күрһәтәләр. Улары ер аҫтындағы ҡырылмаһа ҡырҡ юл һалынған, ҡырҡ келәтле бәләкәй генә өңдәрендә йөрөйҙәр. Шундай бер келәттә мүк һымаҡ нәмәнең араһында бәләкәй генә бәпестәре лә йыбырлашып ята. Күҙҙәре лә асылмаған. Айҙар шуларҙы күреп ҡалған да яу һала икән. Әле ҡулдарын телевизор яғына һоноп ебәрә, әле икеһе менән дә ауыҙын баҫып ни эшләрен белмәй. Үҙе бер туҡтауһыҙ:

— Сөбөханаллаһ машаллаһ! — тип ҡабатлай. Ул ҡапыл йылмайып өндәшмәй генә ҡарап торған әсәһенә әйләнә лә:

— Сөбөханаллаһ машаллаһ, тип әйт, әсәй! И-и-и-и, бәпестәре!! Әсәй, ҡара әле, ҡара әле!!! — тип ирендәрен ослайтып ебәрә инде. Нәзирә көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып торһа ла, улының күңеле булһын өсөн:

— Сөбөханаллаһ машаллаһ, — тип ҡабатланы улына эйәреп. Унан, — Ярай, балам, һин артабан үҙең генә ҡара, йәме. Мин аш бүлмәһендә булам, — тип сығып китте.
Ирендәренең осона ғына йылмайыу сығарып уйға талды. Шулай, тиккә әйткәндәрме ни, алтылағы— алтмышта, тип боронғолар. Бына, улдарының да яңы тыуған малға тәү тапҡыр күҙ һалғанда, ни әйтеп ҡарарға кәрәк икән тормош дәресе хәтерҙәренә бик матур кереп ултырҙы. Һис шикһеҙ үҙҙәренең балаларына ла шуны өйрәтерҙәр, тигән матур уйҙар менән ҡамыр баҫырға тотондо Нәзирә. Һарыҡтар бәрәсләгән көндө уятҡан өй эйәһенә эстән генә  рәхмәттәрен яуҙырҙы. Ул гел шулай итә ул. Өсөнсө йыл һыйыры быҙаулағанда ла уятты. Өләсәһе, әгәр өй эйәһе һиңә ярҙам итә икән, был турала бер кемгә лә һөйләмә, башҡаса ярҙам итмәҫ, тигәнен иҫенә төшөрә лә бер кемгә лә һөйләмәй. Һөйләгеһе килгән мәлдәр булып китә лә, аҙағын уйлап тыйыла килә шул. Әле һыйырҙар быҙауламаған бит әле.

 

Автор:Рашида Валеева-Мансурова
Читайте нас