Новости
10 Июля 2023, 06:23

Республикала аномаль эҫелек ҡасан тамамланыр?

Башҡортостанға аномаль эҫе көндәр килде. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, әле республика антициклон үҙәгендә, шуға күрә алдағы көндәрҙә һауа температураһы +39, +40 градусҡа тиклем күтәрелә.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, аҙна уртаһында температураның ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Шаршамбы, 12 июлдә, көн болотло була һәм ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +31, төндә +20 градусҡаса күтәрелергә мөмкин.

Кесе йома, 13 июлдә, көндөҙ +24, ә төндә 18 градус. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.

Йома, 14 июлдә, синоптиктар көндөң аяҙлы-болотло булыуын һәм ямғыр яуыуын вәғәҙәләй. Көндөҙ +22, төндә  +15 градус.

Ял көндәрендә, 15 һәм 16 июлдә, һауа температураһының көндөҙ +25, +26, төндә +17, +18 градус булыуы көтөлә.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-07-10/respublikala-anomal-e-elek-asan-tamamlanyr-3333471 

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас