Новости
21 Марта 2023, 06:23

Рәсәйҙә ҡайһы бер водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтыла

2012 һәм 2013 йылдарҙа алынған водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтылды. Был хаҡта дүшәмбе Эске эштәр министрлығы башлығы Владимир Колокольцевҡа һылтанма менән «Известия» хәбәр итте.

Рәсәйҙә ҡайһы бер водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтылаРәсәйҙә ҡайһы бер водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтыла
Рәсәйҙә ҡайһы бер водитель таныҡлыҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты өс йылға оҙайтыла

Ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында төп доклад менән сығыш яһағанда уның етәксеһе бындай водитель таныҡлыҡтарын оҙайтырға кәрәкмәүен белдерҙе. Документтың ғәмәлдә булыу ваҡыты автоматик рәүештә өс йылға оҙайтыла.

2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа транспорт йөрөтөү таныҡлыҡтары ғәмәлдән сыҡҡан водителдәргә «Дәүләт хеҙмәттәре» аша документты алмаштырыуға ғариза бирергә һәм ЮХХДИ-ға барырға кәрәкмәй.

Колокольцев һүҙҙәренсә, ҡарар Рәсәй Эске эштәр министрлығы органдарына йөкләмәне кәметеү һәм автомобиль хужаларына уңайлы булһын өсөн ҡабул ителгән.

Фото:Олег Яровиков 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-03-21/r-s-y-ay-y-ber-voditel-tany-ly-taryny-m-ld-bulyu-va-yty-s-yyl-a-o-aytyla-3185142 

Автор:
Читайте нас