Мәҙәниәт
31 Июля , 06:40

"Айтуған" Башҡортостан данын лайыҡлы яҡланы

Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбулда үткән Бөтә донъя халыҡ бейеүҙәре конкурсында Башҡортостан коллективы – Өфө фән һәм технологиялар университетының "Айтуған" халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

"Айтуған" Башҡортостан данын лайыҡлы яҡланы"Айтуған" Башҡортостан данын лайыҡлы яҡланы
"Айтуған" Башҡортостан данын лайыҡлы яҡланы

Конкурста ҡатнашыусыларҙың оҫталығын Европа, Азия, Африка һәм Латин Америкаһы эксперттары ингән абруйлы халыҡ-ара жюри баһалаған.Судьялар техниканың таҙалығынан һәм хореографик һүрәттәрҙең ҡатмарлылығынан алып костюмдарҙың, музыкаль оҙатыуҙың ысынлығына тиклем бөтә нәмәгә иғтибар иткән.

"Айтуған" халыҡ бейеүҙәре ансамбле конкурс ҡағиҙәләре буйынса өҙлөкһөҙ 15 минутлыҡ программа тәҡдим иткән. Башҡорт бейеүҙәренең тиҙлеген, бейек һикереүҙәрҙең күплеген һәм һүрәттәрҙең ҡатмарлы алмашыныуын иҫәпкә алғанда, был бейеүселәрҙән ғәйәт ҙур сыҙамлыҡ талап итеүе асыҡ.

"Айтуған" тамашасыларҙың һәм судьяларҙың йөрәген яулап “Арҡайым татырҙары”, “Һабантуй”, “Айлы кис” һәм “Башҡортостан йәшлеге” бейеүҙәрен берҙәм блокка берләштереп сығыш яһай һәм Бөтә донъя  халыҡ бейеүҙәре конкурсы кубогын яулауға өлгәшә.

"Айтуған" ансамбленең фестивалдә ҡатнашыуы "Мәҙәниәт" милли проекты уңышлы эшләүен дәлилләй. Шулай уҡ ансамбль сит илдәрҙә башҡорт мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға ҙур өлөш индереп, башҡорт хореография мәктәбенең юғары оҫталығын тағы бер ҡат раҫланы.

ФОТО: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас